logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Аулаҡ өй”

29 сентябрь көнө мәҙәниәт йортонда Ололар көнөнә арналған “Аулаҡ өй” исемле байрам сараһы үтте.

Бына тағы алтын көҙҙәр етте,

Ниңә бик тиҙ үтә ғүмерҙәр,

Ғүмер үткән, көҙҙәр үткән һайын

Моңһоуланып китә күңелдәр.

Алтын көҙ…

Ошо һүҙҙә күпме матурлыҡ бар, ни тиклем мәғәнә ята. Ғүмер көҙө – ҡартлыҡтың да үҙ матурлығы, үҙ мәғәнәһе бар, сөнки һеҙ сыуаҡлы, мул һутлы емештәре өлгөргән йәмле ғүмер миҙгелен кисерәһегеҙ төҫлө; уңыштарығыҙҙы барлап, тәжрибәләрегеҙҙе башҡаларға йомарт өләшә торған бәхетле мәлегеҙ һәм һеҙ шуның менән бәхетле. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы – был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен. Бөгөн беҙ һеҙгә ваҡ мәшәҡәттәрҙән айырылып, ауырыу-һыҙланыуҙарығыҙҙы онотоп, Ваҡыт машинаһында дәрте-дарманы ташып торған “Йәшлек” тигән илгә сәйәхәт ҡылырға саҡырабыҙ. Аулаҡ өйҙәр ойоштороп, гармунға ҡушылып йырлашып, клуб иҙәндәренә һыу һибеп, ярышып бейегән саҡтар һәммәгеҙҙең күңелендә уйылып ҡалғандыр. Әйҙәгеҙ, шул ваҡыттарға бергәләшеп әйләнеп ҡайтайыҡ, йәшлек хәтирәләрегеҙҙе тергеҙәйек Шулай башланып киттте Аулаҡ өй, байрамға күрше ауыл егете гармунсы Ишберҙе Азаматовта килде. Шулай уҡ байрам менән ололарҙы ҡотланылар ауыл хакимәте башлығы М.Ф.Сурина, ветерандар советы ойошмаһы рәйесе Х.А.Кужахметова, инвалидтар ойошмаһы рәйесе Р.Я.Моталов, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе З.Д.Искужина, ағинәй Ф.С.Арсланова, ауыл старостаһы Ғ.Ғ Ультраков. Ҡунаҡттар йырлашып- бейешеп, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп, тәмле аш ашап, тәмле сәйҙәр эсеп таралыштылар. 42 кеше булды.