logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Иҫке Яңы йыл мөғжизелере

Мәмбәт мәҙәниәт йортонда, иҫкесә Яңы йылды ҡаршылау бик матур үтте. Һәр кем яңы йылда мөғжизәләр көтөп йәшәй, ә шул мөғжизәне үҙ ҡулдарыбыҙ менән үҙебеҙ тыҙырабыҙ. Быйыл иҫкесә яңы йылда студенттар “Аулаҡ өйҙә” сцнариенан өҙөк күһәттеләр, балалар баҡсаһы эшселәре “Шалҡан” әкиәтен сәхнәләштереүе барыһынала ошаны. Сарала ҡатнашыусыларға брыһынала бүләктәр тапшырылды. Артабан байрам төрлө уйындар, йыр-бейеү менән дауам итте.

Ошо мөғжизәле Яңы йылда ҡатнашыусы студенттарға, ауыл йәштәренә һәм байрамды үткәрешеүҙә ярҙам итеүсе фемерҙар: Мәмбәтов Әхмәҙулла ағай һәм Фәнүзә апай, Ғәбитов Ислам һәм Эльвира, Солтанов Фидель, Ҡәйепов Ринат, Ҡырымгужин Хәйбулла шулай уҡ БАШМЕД та эшләүсе Салаутов Рәмилгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тағыла мөғжизәләр көтөп йәшәйек.