logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Беҙ бала саҡ иленән”

Мәмбәт ауылында 1июнь – Халыҡ ара-балаларҙы яҡлау көнөнә арналған “Беҙ бала саҡ иленән”исемле байрам кисәһе булып үтте. Ҡояшлы аяҙ көндө , иртә менән күңелле музыка яңғырап торҙо. Мәктәп территорияһында балалар төрлө уйындар уйнанылар, конкурстарҙа ҡатнаштылар, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Балаларҙың шат тауыштарына, йырҙарына күмелгән байрам асфальтта һүрәт төшөрөү менән тамамланды.