logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Яңы йыл төнө

Яңы йыл төнө

14 декабрь көнө РДК-ла үткәрелгән “Оҙон көй” конкурсында Иләстән Рәхмәтов Фәрүәз ҡатнашты. Ул йырсылар араһында иң йәше булып сыҡты. Фәрүәз конкурста “Абдрахман” һәм “Беҙҙең ил” йырҙарын башҡарып диплом һәм ҡиммәтле бүләк менән бүләкләнде.
22 декабрь Иләс мәҙәниәт йортоноң “Сулпылар” төркөмөнөң ҡыҙҙар группаһы “Байыҡ” телевизион конкурсының 1–се этабында ҡатнашып 2-се этапҡа үттеләр.
30 декабрь Иләс ауылында Яңы йыл кисәһе үткәрелде. Бал-маскарад Рәхмәтов Адис һәм Көлөмбәтова Сулпан башҡарыуында яңы йыл вальсы менән башланып китте. Кисәлә бик күп костюмдар ҡатнашты: маймылдар, ҡуяндар, урман эйәләре һ.б., бик күңелле үтте. Шулай уҡ төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар, уйындар, костюмдар парады булды. Гран–при әтәс котсюмына бирелде. Аҙаҡтан таңға тиклем дискотека үткәрелде. Күңелле дискотека 31 декабрь Яңы йыл төнөндә лә дауам итте.