logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Көлөү файҙалыраҡ дарыуҙан”

1 апрель кисен ололар өсөн “Көлөү файҙалыраҡ дарыуҙан” тип аталған ял кисәһе үткәрелде.Кисәлә төрлө күңелле конкурстар,уйындар үткәрелде. “Шарға яулыҡ ябындыр”,”Һикереүсе рәссам”, “Ракета-призрак”, “Күңелле лотерея” кеүек уйындар, таҡмаҡтар, көләмәстәр конкурстарында Аллабирҙина Әнисә, Аллабирҙина Фәүзиә, Рәхмәтова Гөлдәриә, Ишбулдина Илүзә, Күсәков Юлай, Туҡбаева Сулпан, Мәмбәтова Дилә актив ҡатнашты. Нәжиә Асҡарова ҡыҙыҡлы көләмәстәр һәм юмористик шиғырҙар уҡыны. Актив ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы приздар тапшырылды. Кисә дискотека менән тамамланды.