logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Изгеләрҙән изге әсәләр”

Кем ҡулдары өйҙө, ерҙе йәмләй ,

Изгелеге-үлсәү тапҡыһыҙ.

Ул әлбиттә йәшәү сығанағы ,

Тормош ҡото: әсә, ҡатын-ҡыҙ!

Ҡатын-ҡыҙҙар барҙа ил ишәйер,

Бәрәкәттә йәшәр тыуған ер.

Әсә булған ерҙә тел йәшәрер,

Тик ырыҫтан торор тыуған ер.

25 ноябрь Иләс мәҙәниәт йортонда “Изгеләрҙән изге әсәләр” тип аталған байрам кисәһе булып үтте.Кисәне З.Шәрипова башлап,әсәләрҙе ошондай һүҙҙәр менән ҡотланы: Әсә булыу – ниндәй оло бәхет! Әсә булыу – Хоҙай бүләге! Донъяла бит иң ҙур бөйөк исем, Әсәкәйем,-тиеп өндәшеү! Артабан тамашасылар Ф.Аҡбулатованың “Әсә фатихаһы” спектаклен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Спектаклде Н.Асҡарова сәхнәгә ҡуйҙы. Ролдәрҙе Нәжиә Асҡарова, Рүзилә Шәрипова, Сулпан Туҡбаева, Гөлсирә Юлдашбаева, Гөлназ Шәрипова, Фәүзиә Аллабирҙина, Нәзилә Асҡарова, Земфира Шәриповалар бик оҫта башҡарҙы. Кисәнең икенсе өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙар араһында “Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!” конкурсы үткәрелде. “Әсәләр-нур сәсәләр” һәм “Сағыу йондоҙҙар” командалары араһында отҡорлоҡта,етеҙлектә ярыш ҡыҙыу барҙы. Ярыш барышында ҡатын-ҡыҙҙар ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе, мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, сигеү сикте, шиғыр ижад итте,бүләккә открытка яһаны,эстафетала бер-береһенә ал бирмәне. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде. Кисәне Ислам Шәрипов, Фәүзиә Аллабирҙина башҡарыуында йырҙар биҙәне. Кисә байрам сәйе һәм дискотека менән тамамланды.