logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Гүзәл заттар -тормош биҙәге”

Эй, ҡатын-ҡыҙ!

Һүнәр ине тормош,

Һин булмаһаң, әгәр доньяла.

Иҫкерһә лә ерҙә дәүер-ғасыр,

Нәфислегең һинең өр-яңы.

Әҙәм генә түгел, ғәләм бөгөн

Уйлай кеүек һинең турыңда.

Кеше заты йәшәйеше,

Киләсәге һинең кулыңда.

7 март клубта “Гүзәл заттар -тормош биҙәге” тип аталған байрам кисәһе ошо шиғыр юлдары менән башланып китте. Килгән ҡатын -ҡыҙҙар өс төркөмгә бүленеп төрлө ҡыҙыҡлы : “Эй,аҡыллы”, “Һыбайлы ҡыҙҙар”, “Пантомима”, “Кемуҙар”, “Мин башлайым, һин дауам ит”,шарҙар эсендәге наказды үтәү,”алма ашат” ,таҡмаҡтар кеүек конкурстарҙа ҡатнашты. Ҡатын-ҡыҙ исемдәре менән йырҙар,әсәйҙәр тураһында йырҙар йырланы.Кисә байрам сәйе һәм дискотека менән тамамланды.