logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Яңы йыл бал-маскарады

30 декабрь Ғәлиәхмәт мәҙәниәт йортонда “Хуш килһең – яңы йыл” тип аталған Бал-маскарад булып утте. Тамашасыға “Гавай ултрауында” исемле ҡыҙыҡлы тамаша тәғдим ителде. Рольдәрҙе башҡарҙылар (Ҡыш бабай) – Вильдан Юнусов, (Ҡар һылыу) – Камила Карсанова, (Гавай Ҡыш бабайы) – Гульнара Байғусҡарова, (Гавай Ҡар һылыуы)-Сәлиә Буранбаева, Гавайҙа ял итеүсе ҡыҙҙарыбыҙ Лиана Юнусова һәм Фәнгизә Абдуллина, был тамашала әртистәр үҙ рольдәрен бик оҫта башҡарҙылар. Алып барыусылар Розалия Шәнгәрәева һәм Гөлнәзирә Бикбова матур итеп алып барҙы. Тамашасыларға төрлө ҡыҙыҡлы уйындар һәм конкурстар үткәрелде, барыһыла әүҙем ҡатнашып ултырҙылар. Һәм шулай уҡ Аҡъюл ауыл хәкимиәт башлығы Буранбай ислам улы ауылдаштарҙы Яңы йыл менән ҡотлап утте.