logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Шыршы ҡупшы кейенгән

29.12.16. Ғәлиәхмәт ауыл мәҙәниәт йортонда мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Шыршы ҡупшы кейенгән” тип исемләнгән яңы йыл иртәлеге үткәрелде. Төрлө маскалар кейгән кескәйҙәр яңы йылды ҡаршылап Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғыр һөйләп, йыр йырлап ишеттерҙеләр. ҡыш бабай менән йәшенмәк уйнап, бейешеп, шыршы тирәләп йырлашып та алдылар. Яңы йыл бүләктәре алып ҡыуанышып балалар бик шатландылар.