logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ураҙа байрам

Ураҙа байрам

Изге Рамаҙан айы тамамланыу менән бар мосолман донъяһы Ураҙа ғәйетен матур итеп байрам итә. Быҙаулыҡ ауылында ла был байрам бик матур итеп үткәрлә. Иртәнсәктән байрамға йәм өҫтәп балалар ауыл буйлап әйенселәп йөрөнөләр. Һәр бер өйҙә балаларҙы тәмле еҫтәр сығарып күстәнәстәр көтә ине. Балалар изге теләктәр теләп, йорт хужаларын ҡыуандырып, рәхмәттәрен әйтеп үттеләр.

Был көндө Быҙаулыҡ мәҙәниәт йортонда байрамса кейенгән ауыл инәйҙәре, апайҙары Ураҙа ғәйетенә йыйылды. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән байрам табынында ауылдың оло инәйҙәре аят уҡынылар. Баймырҙина Миңнур, Сабитова Шәһиҙә, Ғәйнуллина Әлмирә инәйҙәр бар әрүәхтәргә аят бағышланылар. Изге аяттарҙы тыңлап, йорт-илгә тыныслыҡ, именлек теләнеләр. Киләһе Рамаҙан айын да иҫәнлектә-һаулыҡта ҡаршыларға насип булһын. Ураҙа ғәйетен артабан Һамар ауылында мул байрам табыны менән билдәләп үттеләр. Байрамға күрше Быҙаулыҡ, Юлбарыҫ ауылының инәйҙәре лә ҡунаҡҡа саҡырылғайны. Һөйөндөкова Зифа апай табында ултырыусыларға вәғәздәр әйтеп, матур теләктәр теләп, аят сыҡты. Вахитова Нәтижә апай әрүәхтәргә аят бағышланы.

Табындағылар бер-береһенә изге теләктәр теләп, хәйер өләштеләр. Табын аҙағында изге Рамаҙан айы, мосолман донъяһы тураһында матур йырҙар йырлап, байрамдарҙың мөбәрәк булыуын теләп, киләһе осрашыуҙарға тиклем хушлашып, күтәреңке күңел менән таралыштылар.