Халыҡтар берҙәмлеге
Илебеҙ электән үк күп милләтле дәүләт булараҡ үҫешкән, беҙҙәге мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо һәр Рәсәй кешеһендә үҙенсәлекле сағылыш тапҡан.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Тап ошо матур сифат Рәсәйҙе илбаҫарҙарҙан ҡурсалап ҡалырға ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең дә тап берҙәмлек көсө менән яуланғаны һәр беребеҙгә билдәле.
Халыҡтар берҙәмлеге бер-береңдең теленә, диненә, мәҙәни ҡомартҡыларына, тарихына ихтирамдан башлана. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт дуҫ-татыу йәшәй. Киләсәктә лә тыуған республикабыҙ тотороҡло үҫеш, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ өлгөһө булып, Рәсәйҙең ҡеүәтле терәге булырына ышанабыҙ.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта.
4 ноябрь Байғусҡар мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Халыҡтар берҙәмлеге” көнө айҡанлы сара үткәрелде. Байрам ҡайҙа, нисек үткәрелеүе, халыҡтарҙың дуҫ мәҙәни, берҙәм йәшәүҙәре, тураһында һөйләп үтелде. Тыуған ил, тыуған яҡ, берҙәмлек, халыҡтар дуҫлығы тураһында мәҡәлдәргә балалар теләп яуап бирҙеләр. Балалар һәр халыҡтың: башҡорт, татар, мари, сыуаш милли кейемендә фотоға төштөләр.
Мәҡәлдәр, йомаҡтар, шар, туп менән уйындар, скакалкала һикереү, тиҙәйткестәргә һәм башҡа төрлө уйындарға өҫтөнлөк бирелде. Иҫтәлекле бүләктәр алып, байрам кәйефендә күңелдәре булып таралыштылар.