logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ҡабатланмаһын, Беслан!

Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. Ошо көнгә бағышлап “Ҡабатланмаһын, Беслан!” тип аталған сара уҙҙы. Ҡорбандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдыҡ. Уҡыусылар һәм ауыл халҡы менән берлектә “Нимә ул террор?”, “Кемдәр улар террористар?”, “Фәжиғә янағанда нимә эшләргә?” һорауҙарына яуап биреп, Беслан фәжиғәһе тураһындағы видеотаҫма аша 1 сентябрь – Белем көнөнөң ниндәй ҡайғылы көнгә әүерелеүе тураһында белдек. Бындай ҡурҡыныс хәлдәр ҡабатланмаһын, күгебеҙ аяҙ булһын!