logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Тормош йәме Әсә, ҡатын-ҡыҙ

8 март Әбүбәкир Мәҙәниәт йортонда китапхана менән берлектә ағинәйҙәр өсөн “Тормош йәме Әсә, ҡатын-ҡыҙ” исемле күңелле байрам сараһы булып үтте. Алып барыусылар саҡырылған ҡунаҡтарҙы ҡотлап изге теләктәрен етткерҙеләр.

Башланғыс синыф уҡыусылары ағинәйҙәргә матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр, шиғырҙар бүләк итте.Кисәнең икенсе өлөшөндә ағинәйҙәр йомаҡтар систеләр, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар бирҙеләр, күңелле уйындарҙа ҡатнашып үҙ-ара көс һанаштылар.

Байрам сараһы барыһының да күңеленә хуш килде Кисә күмәкләшеп тәмле күстәнәстәр менән сәй эсеү менән тамамланды.