logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Оҫта ҡабыҙған – ҡар яндырған

Оҫта ҡабыҙған – ҡар яндырған

23 октябрь көнө Район мәҙәниәт йортонда “Егәрленең ҡулы ете” исемле район күләмендәге ир-егеттәр араһында бәйге булып утте. Был бәйгелә Әбүбәкер ауылынан оҫта ҡуллы Билалов Шәмсетдин Зәйнетдин улы ҡатнашып өсөнсө дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.
Шәмсетдин Зәйнетдин улы 1946 йылдың 18 июлендә Хәйбулла районы Әбубәкер ауылында тыуған. 5 класстан орсоҡ, 12 йәштә атаһы менән ағас станогында эшләй башлай. 1975 йылда Акъяр ауылында столяр, 1977-1994 йылдарҙа БАМ да мостовик, 1995-2015 йылдарҙа Өфөлә столяр булып (Нефть эшкәртеу заводында 2 йыл, Өфө универмагында 13 йыл, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында 5 йыл декоратор, Авиа институтында 4 йыл балта оҫтаһы) булып эшләй. 2015 йылда тыуған ауылына ҡайтып өй төҙөй һәм үҙ ҡулдары менән йыһазландыра. Шәмсетдин ағай һә тигәнсе төрлө кәрәк ваҡ-төйәкте, мебельдәрҙе үҙе эшләй, гармундар йүнәтә. Шәмсетдин ағай бай рухлы, киң күңелле бик оҫта кеше. Ауылдаштары уның менән һәр саҡ ғорурлана.