Тыуған яғым – алтын бишегем
14 апрель Әбеш мәҙәниәт йортонда Әбеш ауылы биләмәһе ауыл клубтары (Әбеш, Бәләкәй-Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол, Ҙур-Арыҫланғол, Үрнәк) тарафынан экология йылына арналған “Тыуған яғым – алтын бишегем” тип исемләнгән концерт үткәрелде. Был концертта һәр ауыл клубының (бейеү, вокал, театр коллективтары, сольный йыр-бейеү, дуэт, һ.б) үҙешмәкәр коллективтары уңышлы сығыш яһаны. Һаҡмар-Наҙарғол ауыл клубы “Ләйсән” бейеү коллективының “Еләктә”, “Һиндостан ҡыҙҙары”, “Ғәйбәтсе”(сольный) бейеүҙәрен, “Шатлыҡ” балалар бейеү коллетивының “Гөл-баҡса” бейеүҙәрен сәхнәгә сығарҙы.
Ә “Йәшлек” театр коллективының “Ауылда” һәм “Иң матуры мин” интермедияларын тамашасылар күңелдәре булғансы көлөп ҡаранылар. Концерт Ф. Ибрагимовтың “Башҡортостан” йыры менән тамамланды.