logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Тыуған илем – Башҡортостан

11 октябрь Әбеш мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә “Тыуған илем – Башҡортостан” исемле бик матур сара булып үтте. Был сарала байрам концерты, ҡатын – ҡыҙҙар ойошмаһы иғлан иткән “Баҡсам тулы көл сәскә” конкурсына йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр менән бүләкләнде. Шулай уҡ ойошмалар “Көҙғө муллыҡ” исемле өҫтәл әҙерләне. Байрам аҙағында өҫтәлдәге һый менән халыҡҡа сәй эсерелде.
Сарабыҙҙың иң сағыу өлөшө Йәйғор балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүсе кескәйҙәребеҙҙең сығышы былды. Ауыл халҡы бик күтәренке кәйеф менән рәхмәттәр әйтеп таралышты.