logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Шәжәрә байрам, д.Сурай

Беҙ Әбеш ауылы менән Ырымбур өлкәһенең Сурай ауылы элек-электән ҡатнашып, бер-беребеҙгә концерттар менән йөрөп йәшәйбеҙ. 8 июль көнөлә Сурайҙарҙың саҡырыуы буйынса Шәжәрә байрамына барҙыҡ. Тирмә ҡорҙоҡ – боронғо башҡорттарҙың көнкүрештә ҡулланған әйберҙәренән күргәҙмә әҙерләнек, Вәзәм шәлдәрен, балаҫтарын ҡуйҙыҡ. Көнө буйына тирмә эргәһенән кешеләр өҙөлмәне, ололарҙа,балаларҙа ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.

Әбеш биләмәһе башлығы ҡотлау менән сығыш яһағандан һуң һәүәҫкәр артистарыбыҙ концерт менән сығыш яһаны. “Ағинәйҙәр”, “Йәшлек” (Әбеш), “Ҡолонсаҡ” (Вәзәм), Фәрҙиә Кускильдина, Гөлдәриә Торошеваларҙың бейеүҙәрен оҙайлы алҡыштар менән оҙаттылар. Морат Ибраһимов, Гөлназ Сурина, Фәнзил Ибраһимовтарҙың йырҙарын ҡабат-ҡабат һоранылар. Фәнзил Ибраһимовтың ҡурайына барлыҡ ҡунаҡтар төшөп бейене.

Спорт буйынсала ал бирмәнек, Денис Кускилдин көрәштә 1 урын, абсолют чемпион булды. Ырымбур өлкәһе ҡоролтайынан рәхмәт хаты алып, “Далан” төркөмөнең концертын ҡарап, ихлас байрам итеп ҡайттыҡ.