logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Йорттоң йәне-әсәләрҙә, Йорттоң йәме-балаларҙа, йорттоң даны -атайҙарҙа”

31 ғинуар Әбеш ауылы мәҙәниәт йортонда “Йорттоң йәне-әсәләрҙә, Йорттоң йәме-балаларҙа, йорттоң даны -атайҙарҙа” исемле кисә үткәрелде. Был сара, Рәсәйҙә “Ирекмәндәр” һәм Башҡортостанда “Ғаилә” йылына арналды. Кисәне тантаналы асыу өсөн һүҙ ауыл хакимиәте башлығы Таһир Мөғлитдин улына бирелде. Ул үҙенең сығышында үткән “Экология һәм тирә- яҡ мөхитте һаҡлау” йылына йомғаҡ яһаны һәм 2018 йылда ла уңышлы эшләргә, ғаиләләргә татыу, берҙәм йәшәргә, ауылыбыҙҙы йәш ғаиләләр күберәк булһын, ауылыбыҙҙың киләсәген һаҡлап ҡалайыҡ тип теләне.

Сарабыҙҙың төп ҡунаҡтары булып ауылыбыҙҙың 40 йылдан ашыу йәшәгән матур, үрнәк алырлыҡ парҙары сәхнәгә саҡырылды. Улар үҙҙәренең тормош юлдары, тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Кисәбеҙ Әбеш урта мәктәбе уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән йырҙар һәм бейеүҙәр менән үрелеп барҙы (Етәксеһе Нурсилә Ибраһимова) .Байрамдың иң тулҡынландырғыс ,һоҡландырғыс мәле парҙарыбыҙҙың “Йәшлек ” вальсы булып торҙо. Саҡырылған ҡунаҡтарыбыҙ менән аралашыу сәй табыны артында дауам итте.