Хаҡлы ялға оҙатыу
Проводы на пенсию.
Быйылғы йылда пенсияға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егетәрҙе мәҙәниәт йортона саҡырып, ял кисәһе ойошторҙоҡ. Йәш пенсионерҙар – өйҙә генә тик ултырмаҫҡа, ауылда булған һәр хәл ваҡиғаға танау тығырға, ейән-ейәнсәрҙәр менән спорт ярыштарында ҡатнашырға, кәрәк кәрәкмәгәнгә тығылырға, мәҙәниәт йортонан ҡайтмаҫҡа-ант ҡабул иттеләр. Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнап, бүләктәр алып, ағинәйҙәрҙең теләктәрен ҡабул итеп, сәй табыны артында йәшлек йырҙарын йырлап ҡыуанышып таралыштылар.