logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Һаҡмар буйында субботник

Таҙа Һаҡмар буйҙары

Яҙҙан көҙгә тиклем бер нисә тапҡыр Һаҡмар йылғаһы буйын ҡыйҙан таҙартабыҙ. Һәр ойошма үҙенә бүлеп бирелгән өлөштө таҙа тоторға тырыша. Июнь айында ла ауыл хакәмиәте, мәҙәниәт, балалар баҡсаһы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылар өмәгә сыҡтыҡ. Йылға эргәһендәге юлдың ике яҡ ҡырын, яр буйын ҡыйҙан таҙарттыҡ. Бындай өмәләрҙә уҡыусылар теләп ҡатнаша.