logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Сәсән һүҙе-нур сәсә

Сәсән һүҙе-нур сәсә

20 март көнө күренекле фольклорсы, сәсән телле Әсмә Усманова исеменә икенсе тапҡыр район сәсәндәр бәйгеһе үткәрелде. Бәйгене Садовый ауылы ағинәйҙәре ӘсмәУсманованың “Сәсән һүҙе -нур сәсә” исемле ҡобайырын сәхнәләштереү менән башланып китте.

Республика сәсәндәр бәйгеһе лауреаты Фәниә-сәсәниәнең “Хәйбуллаға мәҙхиә”һе, Ә.Усмановаға бағышланған шиғыры бәйгелә ҡатнашыусыларға көс,дәрт, яҡшы башланғысҡа ҡеүәт бирҙе.
Бәйгене тәүгеләрҙән булып уҡыусы балалар башланы. Улар араһында “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр, әйтештә көс һынаусылар, мөнәжәт уҡыусылар ҙа бар ине.
Алты бала бәйгелә ҡатнашып, яҡшы әҙерлектәрен, башҡарыу оҫталыҡтарын күрһәтә алды.

Беренсе урынға, хаҡлы рәүештә, Татыр-Үҙәк ауылынан Арсен Азаматов лайыҡ булды. Икенсе урын – әйтеш буйынса көс һынащыусы Атингән мәктәбе уҡыусылары Ултраков Вадим менән Моталов Шайморатҡа, өсөнсө урын Ҙур Арыҫланғол ауылынан туғыҙ йәшлек Сәлимә Кужинаға, Ивановка ауылынан Айгөл Солтанғужина һәм Үрнәк ауылынан Лилиә Теләүғоловаға бирелде. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙын ин кесеһенә туғыҙ йәш булһа, ин өлкәненә -76 йәш.
Өлкәндәр араһында бәйге көсөргәнешле булды, сөнки сәсәниәләрҙең күбеһе район, Сибай ҡалаһында үткәрелгән асыҡ мөнәжәтселәр бәйгеһендә ҡатнашыусылар-лауреаттар ине. Улар башҡарыуында көйлө мөнәжәттәрҙе, көйһөҙ мөнәжәттәрҙе, нәсихәттәрҙе, ҡобайырҙарҙы, бәйеттәрҙе, мәҙхиәләрҙе тыңларға насип булды. Башҡарыусыларҙың бер нисәһе Ә.Усманованың мөнәжәтен, ҡобайырын башҡарҙы.Үрнәк ауылынан ҡатнашыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы хәл.

Сығыштарҙың һәр береһе яҡшы сифатлы, әһәңле, халыҡсан итеп башҡарылыуы менән күңелдәрҙе арбаны.Әсмә Усманова ла бер нисә ҡобайырҙарын һөйләп ишеттерҙе, аҡыллы кәнәштәрен бирҙе. Баһалама ағзалары үҙ эштәрен, урындарҙы билдәләү менән булышҡан арала ла, бәйгеселәр буш торманы, ысынлап та сәсән телле икәнлектәрен тағы бер тапҡыр иҫбатлап, әйтештә үҙҙәрен һынанылар, мөнәжәттәр, нәсихәттәр көйләнеләр.

Әсмә Усманова исеменә үткәрелгән икенсе район сәсәндәр бәйгеһе енеүсеһе- Юлбарыҫ ауылынан 76 йәшлек Нәтижә Вәхитова. Бәйгенен енеүселәре:

1-се урын- Әбүбәкер ауылынан Зилә Сынбулатова
2-се урын- Иҫәнгилде ауылынан- Сафия Хәләфетдинова
Әбеш ауылынан- Вәлимә Ҡыҙырасова
3-сө урын- Садовый ауылынан- Ниғәмәтова Флюрә
Садовый ауылынан- Ҡунысбаева Хәмиҙә
Үрнәк ауылынан-Ишемғолова Рәүилә

Үрнәк ауылынан Дәүләтшина Сания менән ошо уҡ ауылдан Юламанова Әлфиә номинациялар буйынса енеүселәр булдылар.