logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Бишек “проектынан рәхмәт хаты

Быйыл “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы “Әсә йөрәге” әсәләр советы менән берлектә, Башҡорт теле йылына арнап, “Бишек-ҙур доньяға ишек” проектын ойошторҙо.

Проекттың һайлап алыу туры үткәс “Бишек” проекты республикабыҙҙың район-ҡалалары буйлап сәйәхәт башлай! Сентябрь айында “Бишек” проекты командаһы өс көн Хәйбулла районының Әбүбәкер һәм Мәмбәт ауылдарында командировкала һайлап алыу турын үтеүсе Әминә Билаловала, Гөлшат Билаловаларҙа, Вәсилә Мәмбәтоваларҙа бишек бәүелтә. Ошо өс көн дауамында “Бишек” проекты командаһы менән бергә булғаны, съемкаларҙы ойоштороуҙа ярҙам иткәне өсөн Хәйбулла районы мәҙәниәт йортоноң халыҡ ижады буйынса методисы Минзифа Ишемғолова рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һеҙҙе, Минзифа Ибрагимовна. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Ойоштороусыларға һәм “Бишек”тә тирбәлгән ғаиләләргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм яңы ижади үрҙәр теләп ҡалабыҙ!