logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Тере тупраҡ

Театр һөйөүсе тамашасыларҙы «Тере тупраҡ» спектакленә саҡырабыҙ. И.Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса әҙерләнгән тамаша барыһына ла оҡшар тип ышанабыҙ.

Әҫәр нигеҙендә башҡорт республикаһының тарихы ята. Тирә-яҡтан килгән баҫҡынсылар башҡорт ҡәбиләләренә берләшергә ирек бирмәй. Шул саҡ улар көслө ышыҡ эҙләй. Был мәлдә милләттәштәребеҙҙе Рәсәй батшаһының мөрәжәғәте, хәүефһеҙлек һәм тыныслыҡ вәғәҙәләүе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Драмала Аҡсәсән, Юлтый батыр Рәсәйгә ҡушылырға өндәһә, Ҡаһирбей яҡлылар берләшеүгә ҡаршы була. Аҡсәсәндә халыҡ аҡылы, тыуған ер яҙмышы өсөн борсолоу сағылһа, әҫәрҙең төп сюжеты булып йәштәрҙең — Юлтый менән Һарлайсәстең мөхәббәте, халыҡ араһындағы конфликт тора.

Спектаклдә бөтә ижади труппа, йәғни 30-ҙан ашыу кеше ҡатнаша. Тимәк, тамашасыларҙы бик шәп спектакль көтә.

История нашего народа, история нашей земли – в спектакле “Живая земля” Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова! Автор пьесы – Ишмулла Дильмухаметов , режиссер-постановщик – Азат Надыргулов.

Народная драма поставлена в рамках проекта Единой России – ошеломительные декорации, грандиозные костюмы, захватывающие сцены боев, хореография с элементами фольклора, звучание башкирских народных песен и песен автора…

Лучше один раз увидеть, чем сто раз услышать! Жители Сибая, посмотрев один раз этот спектакль, спешат вновь и вновь на очередной просмотр.

Приглашаем всех, и стар, и млад, освежить в памяти историю присоединения Башкортостана к России! Спектакль рекомендуем для всех школьников!