logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Самауырлы ритайым

5 августа «Нур» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы Район мәҙәниәт йорто менән берлектә Аҡъяр ауылында «Самауырлы Ритайым» кисәһен ойошторҙо. Сара барышында балалар өсөн «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Һәпәләк», «Бесәй менән сысҡан», «Йомортҡа менән йүгереү» башҡорт уйындары үткәрелде, сараға килгәндәр тәмле сәй менән һыйланды. Тамашасыларҙы Зөләйкә Мөхәмәтова, Филүс Ҡыҙрасов, Нәйлә Күлбаева, Динә Аҡнаҙарова үҙҙәренең йырҙары менән ҡыуандырҙы. Сара йәштәр өсөн дискотека менән тамамланды.