logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Гармун моңо Һаҡмар буйын йәмләне

Гармун моңо йылдар буйы халҡыбыҙҙың рухи берҙәмлеген нығытҡан, ауыр саҡта күңелен күтәргән, шатландырған, йыуатҡан, үҙенең сихри моңона бойһондорған.
2 июль көнө Йәнтеш ауылының Һаҡмар йылғаһы буйында Рәсих Әхмәтовтың “Фазенда” турбазаһында “Еҙ төймә моңдары “исемле гармунсылар асыҡ район бәйгеһе булып үтте.
Хәйбулла , Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр ,Бөрйән райондары, Ырымбур өлкәһенән һәм Сибай ҡалаһынан бөтәһе 35 гармунсы бәйгелә һынау тотто. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, бәйгенең төп бағымсыһы Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Ремстрой” асыҡ йәмғиәте ойошмаһы етәксеһе Рафаил Ибраһим улы Исмәғилев, сараның төп ойоштороусыһы, бағымсы Рәсих Әхмәт улы Әхмәтов сәләмләне.
Иң беренсе булып балалар, артабан ансамблдар, һуңынан яңғыҙ башҡарыусылар сығыш яһаны.
Бәйгелә Ишемғолов Нәзиф ағайға (Садовый ауылы) тиңләшеүсе булманы, Гран-при һәм аҡсалата бүләк уға тапшырылды.
Дуэттар араһында Нурислам һәм Ильяс Азаматовтар (Буребай) – 1 урын;
Байгабулов Әхмәҙей һәм Азаматов Ишбирҙе (Атингән) – 2 урын;
Абүбәкиров Әшрәф һәм Әбүбәкирова Рәмзиә – 3 урынды бүлеште.
Ансамблдар араһында “Еҙ төймә” (Хәйбулла районы) – 1 урын;
“Рух” (Баймаҡ районы) – 2 урын.
Яңғыҙ башҡарыусыларға килгәндә 1 урын Ҡасҡынбаев Мөхәррәм (Бөрйән районы), Рәмов Дәүләткилде (Йылайыр районы);
2 урын Мөхәмәҙиев Иршат (Әбйәлил районы), Әбүбәкиров Рәсүл (Баймаҡ районы), Әлмөхәмәтов Хәлил (Новорудный ҡасабаһы), Вәлиев Зөфәр (Сибай ҡалаһы);
3 урын Байгабулов Әхмәҙей (Атингән ауылы), Азаматов Ильяс (Бүребай ҡасабаһы), Азаматов Ишбирҙе (Атингән ауылы), Кәипов Ғәҙим (Аҡъяр ауылы), Сәфәрғәлин Кәрим (Аҡъяр ауылы), Биишев Мөхәммәт (Баймаҡ районы), Уразбаев Миндихан (Баймаҡ ҡалаһы) бирелде.
Номинацияларға һәм махсус призга Азаматов Илмир (Бүребай ҡасабаһы), Билалова Гөлсинә (Әбүбәкер ауылы), Сәйцфуллин Мәжит (Аҡъяр ауылы), Искужин Әхмәтйән (Йәнтеш ауылы), Әбүбәкерова Рәмзиә (Баймаҡ районы), Биктимеров Файыҡ (Баймаҡ районы), Мөхәмәтйәрова Миңъямал (Атингән ауылы), Аралбаев Усман (Ҙур Арыҫланғол ауылы), Карпеев Әүхәҙей (Аҡташ ауылы), Азаматов Нурислам (Бүребай ҡасабаһы), Атанов Зөфәр (Байғусҡар ауылы), Ғәббәсов Шәфҡәт (Аҡъяр ауылы), Иштанов Айҙар (Йәнтеш ауылы), Ибрагимов Зәйнәғәбдин (Самарск ауылы), Карачурин Гәлинур (Баймаҡ ҡалаһы) лайык булдылар!
Афарин! Киләсәктә уңыштар һеҙгә, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен!