logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Кәсеп – айыҡлыҡ нигеҙе

«Кәсеп-айыҡлыҡ нигеҙе». Ошондай исем аҫтында Бәләкәй Арыҫланғол ауылында беренсе төбәк-ара кәсепселәр форумы үтте. Уның эшендә өс тиҫтәнән ашыу Хәйбулла районы һәм шулай уҡ Урал аръяғы райондары, Ырымбур өлкәһенән килгән оҫталар ҡатнашты. Өфө ҡалаһынан килгән «Айыҡ ауыл” конкурсының ойоштороу комитеты ағзаһы, яҡташыбыҙ Хөрмәтулла Үтәшев, журналист, яҙыусы, шағир һәм драматург, Вәзәм ауылы килене Сәрүәр Сурина, Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин, хакимиәт башлығы Рөстәм Шәрипов, райондың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт сараға мәртәбә өҫтәне.

Ауыл урамы ҙур бер күргәҙмәгә әүерелде. Вәзәмдең үҙендә генә өс тиҫтәгә яҡын кәсепсе йәшәй. Ағас, умарта, станоктар эшләү менән бер рәттән септә һуғыу, мурҙа үреү, сыбыртҡы үреү кеүек боронғо кәсеп төрҙәрен дә тергеҙәләр улар. Унан тыш үҙ ҡулдары менән төрлө ҡоролмалар, техника төҙөп алыусылар ҙа бихисап. Ҡатын-ҡыҙҙарының оҫталыҡ даны күптән инде таралған. Ун йыл дауамында һуҡма шәлдәр эшен йәнләндереп, кейеҙ баҫыу кеүек эштәргә лә тотоноп киткән улар. Быларҙың барыһы ла килгән ҡунаҡтарға тәҡдим ителде. Райондың башҡа ауылдарынан, күрше өлкә-райондарҙан килгән оҫталар ҙа үҙ ижад өлгөләре менән таныштырҙы.

Түңәрәк өҫтәл барышында һүҙ ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған, әммә онотолған шөғөлдәрҙе артабан тергеҙеү, үҫтереү, камиллаштырыу хаҡында барҙы. Хәйбулла районында кәсепселәр берекмәһен ойоштороу тигән уртаҡ фекергә килде ҡатнашыусылар. Артабан районда йәшәүсе оҫталар реестырын төҙөү, барлыҡҡа килгән ойошмаға булышлыҡ итеп, һөнәрсенең эшен йәйелдереү, ярҙам итеү, эштәрҙе республика кимәленә сығарыу, ярашлы бәйгеләрҙә ҡатнаштырыу, белем усаҡтарында боронғо кәсеп төрҙәрен өйрәнеү, тергеҙеү буйынса класс сәғәттәре һәм саралар ойоштороу, халыҡта ҡыҙыҡһыныу уятыу, эшҡыуарлыҡҡа өндәү, яңы, үҙенсәлекле таланттарҙы асыу, уларҙы халыҡҡа танытыу, бөгөнгө заманға ярашлы итеп үҙгәртеү, зауыҡ менән биҙәп стилләштереү һ.б маҡсаттар ҡуйылды.