logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Светлана Ибраһимова “Ҡурай даны” дипломанты

Светлана Ибраһимова “Ҡурай даны” беренсе милли телевизион конкурсында “Ҡул оҫтаһы” номинацияһында “Халыҡ кәсептәрәнә тоғролоҡ өсөн” махсус диплом менән бүләкләнде.

Светлана Нурислам ҡыҙы – оҫта кәсепсе, милли үҙенсәлекле биҙәү әйберҙәре оҫтаһы. Был эште ул әсәһе Мәрйәм Ғәббәс ҡыҙынан өйрәнеп, уны үҫтерә, камиллаштыра.
Светлана төрлө республика һәм районда үткән күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Бик күп маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдары бар. Артабанда уға ижади үрҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ!!!