logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Минең ауылым тарихы

Түңгәүерҙәрҙең боронғо ауылы Ҡашҡарҙа “Минең ауылым тарихы” тигән халыҡ байрамы һәм ырыуҙаштар йыйыны үтте. Сарала Йылайыр, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Белорет, Хәйбулла райондарында йәшәгән түңгәүерҙәр йыйылды.

Йыйында Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова, Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Артстудия “Проект” йәмғиәте директоры Гүзәл Яубаҫарова, Түңгәүер ырыуының ҡор башы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм башҡалар ҡатнашты.

Тәүҙә Ҡашҡар ауылына нигеҙ һалған Ҡашҡар Мамытовҡа стела асылды. Йыйын ошо ауылда тыуып үҫкән фронтовик шағир Әмир Моратовтың һүҙҙәренә композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфҡәт Шәрипов ижад иткән “Түңгәүер гимны” менән башланды. Артабан Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды, ырыуҙаштар ағас ултыртыуҙа ҡатнашып, ауыл уртаһындағы аллеяны асты.

Крепостной Йылайыр буйында драматург, журналист Сәрүәр Сурина сценарийы буйынса яҙылған “Минең ауылым тарихы” исемле бай тамаша күрһәтелде. Унда Ҡашҡарҙың данлы тарихы сәхнәләштерелде. Йыйындың пленар өлөшө ауылдың мәҙәниәт һәм ял йортонда дауам итте, ырыу тарихы, киләсәге хаҡында төрлө сығыштар булды, фекерҙәр яңғыраны. Ошонда уҡ тиҙҙән Учалыла үтәсәк Табын ырыуы йыйыны вәкилдәренә штандарт тапшырылды.

Сиҙәм, Федоровка, Өфө һәм Таналыҡ ауыл биләмәләре вәкилдәренән торған Хәйбулла районы делегацияһы ла был ҡорҙа әүҙем ҡатнашты. Тирмәләр ҡоролоп, төрлө күргәҙмәләр, сығыштар аша хәйбулла түңгәүерҙәренең йәшәйеше, көнитмеше сағылдырылды.

Сарала Түңгәүер ырыуының яңы Советы һайланды. Ҡор башы булыу өсөн йәнә Хөрмәтулла Үтәшевкә ышаныс белдерелде. Әйткәндәй, киләһе йыл түңгәүерҙәр йыйыны Әбйәлил районында үтәсәк.