logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Халыҡтар берҙәмлеге

Илебеҙ электән үк күп милләтле дәүләт булараҡ үҫешкән, беҙҙәге мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә йо­ғонтоһо һәр Рәсәй кешеһендә үҙенсәлекле сағылыш тапҡан.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнөң тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Тап ошо матур сифат Рәсәйҙе илбаҫарҙарҙан ҡурсалап ҡалырға ярҙам иткән, Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүҙең дә тап берҙәмлек көсө менән яуланғаны һәр беребеҙгә билдәле.

Халыҡтар берҙәмлеге бер-берең­дең теленә, диненә, мәҙәни ҡомарт­ҡыларына, тарихына ихтирамдан башлана. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт дуҫ-татыу йәшәй. Киләсәктә лә тыуған рес­публикабыҙ тотороҡло үҫеш, мил­ләт-ара һәм конфессия-ара татыу­лыҡ өлгөһө булып, Рәсәйҙең ҡеүәтле терәге булырына ышанабыҙ.

Халыҡтар берҙәмлеге көнө оло әһәмиәткә эйә, ул дуҫлыҡҡа өндәй, йәштәрҙе илһөйәрлек һәм граждан­лыҡ рухында тәрбиәләй, быуындар бәйләнешен нығыта. 

4 ноябрь Байғусҡар мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Халыҡтар берҙәмлеге” көнө айҡанлы сара үткәрелде. Байрам ҡайҙа, нисек үткәрелеүе, халыҡтарҙың дуҫ мәҙәни, берҙәм йәшәүҙәре, тураһында һөйләп үтелде. Тыуған ил, тыуған яҡ, берҙәмлек, халыҡтар дуҫлығы тураһында мәҡәлдәргә балалар теләп яуап бирҙеләр. Балалар һәр халыҡтың: башҡорт, татар, мари, сыуаш милли кейемендә фотоға төштөләр.

Мәҡәлдәр, йомаҡтар, шар, туп менән уйындар, скакалкала һикереү, тиҙәйткестәргә һәм башҡа төрлө уйындарға өҫтөнлөк бирелде. Иҫтәлекле бүләктәр алып, байрам кәйефендә күңелдәре булып таралыштылар.