logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Сәләмәт тәндә

2 ноябрь Һаҡмар – Наҙарғол ауыл клубында берҙәмлек көнөнә арналған “Беҙ бергә” тип исемләнгән “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” девизы аҫтында ғаилә спартакиадаһы үткәрелде.

Ауылыбыҙҙан 5 ғаилә төрлө ярыштарҙа көс һынашты. Ҡунаҡҡа килгән ейән- ейәнсәрҙәре менән өләсәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Спартакиада бик ҡыҙыу барҙы. Һәр ярышта еңеүсе ғаилә командаһы мәрәй урынына флажоктар алды. Һәм еңеүсе ғаилә команда тип Шәриповтар ғаиләһе билдәләнде. Барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, балаларға тәмлекәстәр таратылды.

Ҡыҙҙар башҡарыуында дәртле “Беләҙек” бейеүе музыкаль бүләк булды. Байрам күңелле дискотека менән тамамланды.