logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Байрам менән ауылдаштар!

Иртәнге 8 сәғәттә, ауыл өҫтөн күңелле моңдарға күмеп, дәртле көйҙәр яңғырап, байрам кәйефен тағы ла күтәрә. Мәҙәниәт йорто алдында Башҡортостан флагы, төрлө төҫтәге шарҙар, ҡыҙыл флагтар елберҙәп, үҙенә әйҙәп тора. Билдәләнгән ваҡытҡа һәр кем үҙе етештергән, әҙерләгән, бешергән әйберҙәре менән мәҙәниәт йорто алдына йыйылды. Ҡаймаҡ, ҡорот, йомортҡа, төрлө салаттар, компот,алма, помидор,ҡомалаҡҡа бешкән икмәк, вафли, алма бәлеше, сәскә орлоҡтары,гөлйемеш емештәре һәм башҡа әйберҙәр һатыла ине. Һәр кем үҙе теләгән әйберен алып ҡыуанды. Балалар өсөн төрлө халыҡ уйындары, ярыштар үткәрелде ( алыҫлыҡҡа югереү, эстафета тапшырыу, туп менән уйындар , балаларҙың яратып уйнаған уйыны -“көн менән төн”,һәм башҡа уйындар) уйналды. Балаларға тәмле приздар таратылды. Хабибуллина Нурия улы Нияз менән ҡаймаҡ, ҡомалаҡҡа бешкән икмәк,дарыу үләне гөлйемеш, алма һәм башҡа әйберҙәр менән һатыу итһә,Сынбулатова Роза ҡыҙы Әлиә менән вафли,алма бәлеше, сәскә орлоҡтары алып килеп һаттылар, Булат Шәһивалиев төрлө ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән салаттарын һатып ҡыуанды. Байрам менән ауылдаштар!