logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Йөрәк түренән сыҡҡан ҡотлау

Ҡолағымда сыңлай әле һаман,

Еҙ кыңғырау һинең моңдарың.

Бала саҡтарыма ҡайтып киләм,

Һағындырған мәктәп йылдары.

Мәктәбемдә уҡып,белем алдым,

Һин,мәктәбем, белем усағы.

Ҡаршы алды мине иң беренсе

Уҡытыусым-йәйеп ҡосағын.

Әлифбаны тәүҙә ҡулға алып,

Өйрәтте ул хәреф танырға.

Белем баҫҡысына үрләй-үрләй,

Үҙ юлыңды тормошта табырға.

Сикәләргә инде сал ҡунһа ла,

Бала-саға кеүек атлығып,

Мәктәбемә тағы ҡайтам әле

Барыһын да шундай һағындым!

Уҡытыусы” һүҙе ниндәй генә телдә әйтелһә лә, оло хөрмәт һәм ихтирамға сорналып яңғырай. Һәр кемебеҙҙең йөрәгендә ул ҡәҙерле, ғәзиз кешеләребеҙ рәтенә ҡуйыла.   4 октябрь көнө Сәғит мәктәбе уҡытыусыларын байрам менән ҡотлап уҡыусылар менән әҙерләгән сығыштарыбыҙҙы тәҡдим иттек. Йөрәк түренән сыҡҡан ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып йырҙар, бейеүҙәр, мәктәп тормошонан ҡыҙҙыҡлы хәлдәрҙе сәхнәләштерҙек.