logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Айыҡ тормош”

11 сентябрь һаулыҡ һаҡлау министры тарафынан Рәсәй буйынса айыҡлыҡ көнө билдәләнде. Һаҡмар- Наҙарғол ауылы халҡы ла ” Айыҡ тормош” акцияһында ҡатнашты. Викторина һорауҙарында дөрөҫ яуаптар менән барыһы ла актив ҡатнашты. Ритайымдан олоһо ла, кесеһе лә ситтә тороп ҡалманы. ” Сәләмәт тәндә- сәләмәт рух” девизы аҫтында зарядкалы флэшмоб ойошторолды. Тәмле самауыр сәйе менән һыйланып, киләсәккә яңы маҡсаттар билдәләп, изге уй-ниәттәрҙә акция йомғаҡланды. Афарин ауылдаштар!!!!