logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Дуслыҡ күпере”

26 май көнө изге Рамаҙан айында беҙгә Өфө ауылы Ағинәйҙәре ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә ике ауыл араһындағы дуҫлыҡ күперен нығытыу маҡсатында театр йылына арналған бай йөкмәткеле концерт программаһы менән килеп ҡайттылар. Уларҙы ойоштороп алып йөрөүсе Лена Каиповаға һәм алып барыусы Мәҙинә Гөмәроваға бик ҙур рәхмәт!

Тамашасылар һәр сығышты йылы ҡабул итеп, көслө алҡыштар менән оҙатты. Әйтергә кәрәк, үҙебеҙҙең ауыл егете Ришат Иҫәнгилдиндың ошо концертта ҡатнашыуы беҙҙең өсөн көтөлмәгән шатлыҡ булды! Һеҙгә иҫәнлек,имен тормош,күңелдәрегеҙҙә йыр-моң,дәрт һүңмәүен теләйбеҙ!