logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Новотроицкиҙа Башҡортостан Республикаһының 100 – йыллығы билдәләнде

Ырымбур өлкәһе Новотроицк ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан матур байрам ойошторҙо. Сарала ҙур делегация менән беҙ ҙә ҡатнаштыҡ.

Хәйбулла районының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы Башҡортостан тарихына арналған күргәҙмә ҡуйҙы. Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбе педагогы, “Түңгәүер” халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, сәсән-йырсы Илдар Юнысов менән һәләтле артисыбыҙ Гөлфиә Хәләфетдинова ҙур концерт ҡуйҙы.

Дөйөм алғанда, ике яҡ өсөн дә бик файҙалы, матур сара килеп сыҡты. Унда Новотроицк ҡалаһы хакимиәте вәкилдәре, өлкә ҡоролтайы етәксеһе Йәғәфәр Яманһарин ҡатнашты. Ике төбәк араһындағы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек беҙҙең әүәлдән килә, бынан һуң да дауам итер, тип уйлайбыҙ, тип хәбәр итте Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ғәни Ғәли улы Бикбаев.

ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ