logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Хәйбулла башҡорттары оло ҡорға йыйыла

Хәйбулла башҡорттары оло ҡорға йыйыла.

21 мартта (14.00 сәғәттә башлана) Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда район башҡорттарының ҙур йыйыны үткәрелә. Унда Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайының үткән осорҙағы эшенә йомғаҡ яһаласаҡ, 2019 йылға эш планы ҡабул ителеп, милләтебеҙ алдында торған мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк.

Йыйындың эшендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты вәкилдәре, район етәкселәре ҡатнаша. Ҡорға урындарҙан һайланған делегаттар, ҡоролтай рәйестәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл старосталары, “Ағинәйҙәр” клубтары, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары рәйестәре, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарих уҡытыусылары, китапхана, мәҙәниәт йорттары мөдирҙәре, имам-хатиптар, предприятиелар һәм төрлө ойошмалар етәкселәре саҡырыла.

Йыйында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланасаҡ.
Сара барышында мәҙәниәт йорто фойеһында район оҫталарының ҡул эштәренә, урындағы эшҡыуарҙар етештергән тауарҙарға күргәҙмә-һатыу ойоштороласаҡ, Баймаҡ ҡалаһының “Башҡорт китабы” магазины З.Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Делегаттарҙы теркәү 13 сәғәттә башлана.