Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан
logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан
header img

Мостай рухы һәр бер йортта-һәр бер йөрәктә

Мостай Кәрим – беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалыбыҙ булды. Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар. Ул – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, СССР Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, М.Шолохов исемендәге премия лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Был исем иң лайыҡлыларға ғына бирелә. М.Кәрим – Өфө ҡалаһының почетлы гражданины. Был исемде лә барыһына ла бирмәйҙәр.

Эйе 6 февраль Йәнтеш ауылы Мәҙәниәт йортонда ла “Мостай рухы һәр бер йортта-һәр бер йөрәктә” исемле ҘУР тематик кисә үткәрелде. Был кисәлә һәр кем үҙенең әйтер һүҙҙен әйтте, шиғырҙарын яттан һөйләнеләр, йырҙарын йырланылар. Өлгөлө Тәкәлтау һәм Һаҡмар халыҡ театры ҡатнашыусылары тарафынан спектакелдән өҙөктәр күрһәтелде, монологтар һөйләнде.