Эх, күңелле каникул!
Ҡышҡы каникул мәлендә “Эх, күңелле каникул” тип аталған балалар менән ял ойошторолдо. Төрлө уйын-көлкө, бейеүҙәр, сәмле ярыштар, конкурстар ойошторолдо. Балалар ҡыш тураһында йомаҡтар систеләр, башҡорт халҡының әйтем-мәҡәлдәре менән танышып үттеләр. Күнелле дискотекалар үткәрелде балалар өсөн. Бүләктәр һәм күстәнестәр таратылды. Үрнәк мәҙәниәт йорто мөдиренә, Ишемғолова Рәүилә Йосоп ҡыҙына, оло рәхмәттәрен әйтеп, таралдылар балалар.