logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Хуш киләһең Яңы йыл

31 декабрь Оло Әбеш мәҙәниәт йортында “Хуш киләһең Яңы йыл” тип аталған бал-маскарад үткәрелде. Тамашасыларға “Серле муйынсаҡ” исемле театрлыштырылған тамаша күрһәтелде.

Алып барыусылар байрамды матур итеп алып барып, тамашасыларға төрлө уйындар, конскурстар үткәрҙеләр, йырлатып, бейетеп тә алдылар. Әбеш ауылы Хәкимиәте башлығы Т.М.Юнусов барыһында байрам менән ҡотлап, конкурсларҙа, сценарийҙа ҡатнашыусыларға, костюмларға матур-матур бүләктәр тапшырып сыҡты.