logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Алтын тирмә

Мәҙәниәт йортонда илебеҙҙең дәүләт байрамдары араһында айырым урын алып торған 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған байрам сараһы үткәрелде. Сараның тәүге өлөшөндә Әбеш ауылы биләмәләре башлығы Таһир Мөғлитдин улы”Берҙәмлектә көс” доклады менән сығыш яһаны.

Артабан байрамды ауылыбыҙҙың Ағинәйҙәре һәм Аҡһаҡалдары араһында “Алтын тирмә” уйыны дауам итте. Уйын ҡыҙыҡлы һәм ҡыҙыу барҙы. Ике командала отҡорлоҡта,тапҡырлыҡта һынатманылар . Тигеҙ мәрәйҙәр йыйып дуҫлыҡ еңде тип, бер -береһенә әҙерләгән бүләктәрен тапшырҙылар. Кисә ауылдың һәүәҫкәрҙәре әзерләгән йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы.