logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Эх буҙаһы, буҙаһы!

29 cентябрь Иләс мәҙәниәт йортоноң бренд сараһы булып үтте. “Эх,буҙаһы, буҙаһы!” тип аталған был сара менән “Ағинәйҙәр клубы”, “Етегән” халыҡ фольклор төркөмө баҙарҙа сығыш яһаны. Ағинәйҙәр башҡорт милли эсемлеге – буҙаға ҙур реклама яһаны.

Халыҡты йәлеп итер өсөн плакаттар, телдән реклама, шулай уҡ таҡмаҡтар ҡулланды. Халыҡ ысынлап та ҡыҙыҡһыныу менән һауыттарға ҡойолған буҙаны ауыҙ иттеләр, ағинәйҙәр уның файҙаһы тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирҙе. Аҫылбикә Туҡбаева әҙерләгән 20 һауыт буҙа тиҙ арала һатылып та бөттө. Өлгөрмәй ҡалдыҡ тиеүселәр ҙә булды.

Ағинәйҙәр шулай уҡ кәзә һөтө, һыйыр һөтө, бәлештәр, ҡоймаҡ, муйыллы ҡорот, сәк-сәк, ҡыҙыл эремсек кеүек башҡорт милли аштары ла тәҡдим иттеләр. Бренд сараһы уңышлы үтте.