logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө

22 август Рәсәйҙә Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Байғусҡар мәҙәниәт йортонда китапхана менән берлектә ошо байрамды балалар менән билдәләп үттек. Рәсәй флагы төҫтәре ошолай аңлатыла: аҡ төҫ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫ һәм камиллыҡты, күк– тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ – көс һәм ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдырыуын аңлатып үттек. Балалар ҡағыҙҙан флагтар эшләнеләр һәм һорауҙарға яуап бирҙеләр.