logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Уйнаһын ғына ғармуным, тынмаһын ҡурай моңо!

Хөрмәтле Хәйбулла халҡы!

Һеҙҙе Сибай филармонияһының артистары 16 май көнө бай йөкмәткеле шәп концертына саҡыра! Кешелекте йыр-моң быуаттар төпкөлөнән оҙатып килә. Шуға ла халҡыбыҙҙа, милли ҡоралыбыҙ ҡурай тартыу менән бер рәттән, гармунда уйнауҙың да киң таралыуы бер ҙә ғәжәп түгел. Тәбиғәттән бирелгән был маһирлыҡ күптәрҙә быуындан быуынға күсә. Ҡурай-гармунды бала сағында тәү тапҡыр һыҙғыртҡан бәғзеләр уларҙы ғүмер буйы ҡулынан төшөрмәй, уйнаған көйҙәренән күңел ҡәнәғәтлеге лә ала, әйләнә-тирәләге кешеләрҙең дә кәйефен таба. Сибай филармонияһы коллективы нәҡ ошо уйын ҡоралдарына мәҙхиә менән үҙенең концертын тамашасыларына еткерә.

Тамашала Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Баязит Байназаров, Рөстәм Хәсәнов, Марс Ишморатов, Раушан Ниязғолов, “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө, “Сибай” халыҡ ансамбле артистары, Ғаяз Ғәйетбаев, Сөмбөл Моратова, Айгөл Әсәҙуллина, Зәлиә Нурлы, Зәбирә Әминева, Дим Шәрәфиев һәм башҡалар ҡатнаша.

Һеҙҙе 16 май Аҡъяр мәҙәниәт йортонда көтөп ҡалабыҙ!
Концерт  19.00 сәғ. башлана. Хаҡы – 200 һум.