logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

,,Йәшәһен ерҙә тыныслыҡ”

Майҙың байрамдары күп,

Майҙың шатлыҡтары күп,

Майҙың сәскәләре күп

-Балҡып тора зәңгәр күк!

Шарҙар оса елпелдәп,

Күгәрсендәр гөрләшә,

Ал байраҡтар тулҡынып

Елдәр менән серләшә.

Беренсе май байрамын

Яратам мин, яратам,

Дуҫтар менән бер сафта

Йырлап барам парадта:

Еребеҙҙе һаҡларға

Беҙ һалайыҡ тырышлыҡ.

Атһын өсөн ал таңдар,

Ҡанат булһын тыныслыҡ!

Ҡанат булһын тыныслыҡ!

1 Май оҙаҡ йылдар хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы булды һәм булып ҡала. Был көн яҙғы яңырыуҙы – ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата. Һәр кемебеҙ тыуған еренә, йортона бары тик изгелек һәм яҡшылыҡ, яҡындарына бәхет һәм именлек, тыуған ҡалабыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың, Башҡортостандың сәскә атыуын теләй. Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы яҡты һәм ҡыуаныслы булһын, һеҙҙең йорттарығыҙға бәхет һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килһен! Еребеҙҙә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ нығынһын, ә хеҙмәттәге уңыштар ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен! 01 май Йәнтеш мәҙәниәт йортонда балалар менән ,,Йәшәһен ерҙә тыныслыҡ” исемле сара үткәрелде. Төрлө уйындар уйнап, Тәкәл тауына менеп илгә, ергәтыныслыҡ теләп, шарҙар осороп таралыштыҡ.