logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Хәрәкәттә-бәрәкәт”

Яҙғы каникул көндәрендә Байғусҡар мәҙәниәт йортонда балалар өсөн “Хәрәкәттә-бәрәкәт”-тип исемләнгән төрлө халыҡ уйындары үткәрелде. “Ҡыңғырау уйыны,” “Борсаҡ уйыны”, кем беренсе бәшмәк йыя,”ашай торған, ашамай торған, “Әтәс уйыны”, “Мине таны”, һәм башҡа уйындар үткәрелде. Был уйындар балалар өсөн бик файҙалы, сөнки бөтәһелә хәрәкәткә ҡоролған, бәләкәй балалар югерергә, һикерергә, яраталар, улар ултырып уйнай торған уйындарҙы бик үҙ итмәйҙәр, ҡайһы бер уйындарҙы улар теләге менән икешәр ҡат уйнанык, сөнки был ят уйындар. Халыҡ педагогы Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың “Хәрәкәттә-бәрәкәт”- тигән китабында бик куп уйындар ҡулланырға була, балалар уйнап, югереп, шаярып, уйында катнашкан осон бүләктәр алып, кыуанышып таралыштылар.