logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Президент һайлауҙары булып үтте

18 март ил өсөн мөһим ваҡиға Президент һайлауҙары булып үтте. Был көндө Иләс мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо. Иртәнән Һайлаусыларҙы күңелле музыка ҡаршы алды. Һәр ваҡыттағыса оло быуын кешеләре актив. Тәүгеләрҙән булып Һайлауҙы Ғәзизйән һәм Нәзиә Шәриповтар, Ғәйнулла һәм Ғилминур Ғәббәсовтар башлап ебәрҙе.Һайлаусылар араһында 90 йәштән оло Ҡырымғужина Фәтхиә, Рәхмәтова Нәғимә, Рәхмәтов Вәлиулла булһа, Асҡаров Ғәзим, Ҡырымғужин Илвир, Аллабирҙина Юлиә, Күсәкова Ғәҙилә, Юлдашбаева Сөйөмбикә, Аллабирҙин Байрас тәү тапҡыр һайлауға килделәр. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары килгән һайлаусыларҙы тәмле сәй менән һыйланы. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре йәрминкә ойошторҙо.