logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ғүмер үтә тип ҡайғырмағыҙ…

Хөрмәтле әсәй-өләсәйҙәр, нәзәкәтле ҡатындар һәм һөйкөмлө ҡыҙҙар! Бар тереклекте йәнләндергән, таш бәғерҙәрҙе лә иреткән матур яҙ миҙгелендә донъялағы иң матур байрам – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө Урняк ауылында ла билдәләнеп утте.

Ғүмер үтә тип ҡайғырмағыҙ,

Ҡыуанығыҙ килер көндәргә.

Беҙ иҫәнбеҙ, йәшәү дауам итә,

Яҙ тағы ла күмер гөлдәргә.

Был 8 март алып килһен һеҙгә

Көтөлмәгән бәхет бүләккә,

Уңыш һөйөнөскә һеҙҙе күмһен

Һәм көсөгөҙ артһын беләктә.

Һеҙҙең фиҙаҡәрлек, уңғанлыҡтан

Доньяларыбыз да ҡот артһын.