logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Илде тотҡан телем, илем бар

14 –се ғинуар көнө Йәнтеш мәҙәниәт йортонда уҡыусы балалар өсөн “Илде тотҡан телем,илем бар” кисәһе үткәрелде. Һәр кеше туған телен белергә тейеш. Тыуған тел –ул әсә теле, беренсе һүҙебеҙҙе ошо телдә әйткәнбеҙ һәм бала – саҡтан тик башҡортса һөйләшәбеҙ.

Теле барҙың – иле бар тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер һәм был һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтыҡы. Уҡыусылар тел тураһындағы мәҡәлдәр әйтеп, йомаҡтар сисеп үҙҙәренең белемле икәнен раҫланылар, уйнап күңел асып, ҡышҡы каникулды матур итеп үткәреүҙәрен, һәм алдағы уҡыуға әҙер тикәнен белдерҙеләр, кисә һуңынан рәхәтләнеп башҡортса ритайым бейеп, рәхмәттәр әйтеп таралыштылар. Афарин уҡыусылар, гел шулай аҡыллы,даланлы ,тәрбиәле балалар булығыҙ.

Мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа ихлас ҡатнашыуығыҙға рәхмәт белдерәбеҙ һәм мәҙәниәт йорто ишеге һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ.