logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

“Ҡышҡы спорт тәнде сыныҡтыра, кәйефте күтәрә, депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә”

Һыуыҡтар башланыу менән үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән йылыға тартылабыҙ. Кистәрен эҫе сәй эсеп, йылы юрған аҫтында ятыуы ҡайһылай рәхәт. Йыш ҡына хатта тышҡа сыҡҡы ла килмәй. Әммә бындай ялдың файҙаһы ла, фәтүәһе лә аҙ. Табиптар ҡышын күберәк саф һауала йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә кәңәш итә. “Ҡышҡы спорт тәнде сыныҡтыра, кәйефте күтәрә, депрессиянан ҡотолорға ярҙам итә”, — ти улар. Сана шыуыуҙы балалыҡ уйыны тип ҡабул иткәндәр ҡырҡа яңылыша. Был спорт төрө кәйефкә лә, һаулыҡҡа ла бик яҡшы тәьҫир итә икән. Баҡтиһәң, тауҙан шыуып төшкәндә һәм үргә сананы һөйрәп менгәндә организм уртаса кардиокөсөргәнеш кисерә. Һөҙөмтәлә йөрәк мускулдары нығына, ҡан баҫымы көйләнә. Бынан тыш, санала шыуыу — ысын мәғәнәһендә депрессияға ҡаршы алым.Шуға күрә белгестәрҙең һүҙен йыҡмай, беҙ ҙә бөгөн тауға сана шыуырға сыҡтыҡ әле.