logo
Муниципальное бюджетное учреждение культуры
районный дом культуры
муниципального района Хайбуллинский район Республики Башкортостан

Ҡышҡы Нардуған

14 декабрь «Айгөл» балалар баҡсаһында Степной ауыл мәҙәниәт йортоноң  ағинәйҙәр тарафынан әҙерләнгән Ҡышҡы Нардуған йолаһы ойошторолдо. Һүҙҙе башлап мәҙәниәт йорто директоры, ағинәйҙәр етәксеһе Көнһылыу Вәлиулла ҡыҙы балаларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы Ҡышҡы Нардуған, етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап сығыш яһаны. Айгөл балалар баҡсаһы музыка етәксеһе Миңзифа Хөсәйен ҡыҙы Таһирова ла ҡотлау һүҙҙәренә ихлас ҡушылды, ағинәйҙәрҙең килеүен хупланы. Ойоштороусылар нардуған байрамын ҡаршылау йолаһын күрһәтеү, башҡорт йолаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, өйрәтеү, киләсәк быуынға еткереү маҡсатында ошо ҡорҙо йыйҙы. Ҡышҡы нардуған сценарийында өләсәй булып Исҡужина Ғәрифә уйнаны, ролен килештереп башҡарҙы. Таштарҙан ноҡот һалып Селлә бабайҙың киләме-юҡмы тип юрауы – балаларға яңылыҡ булды, оҡшаны, тәү тапҡыр күргәндәр икән. Балалар нардуғандың нимә аңлатыуын, ни өсөн ойошторолғанын, йәйге һәм ҡышҡы селләнең ҡасан килеп ҡасан китеүе тураһында өләсәйҙең һөйләүе аша белделәр. Нардуған булып ҡарһылыу кейемендә Зилә Әнүәр ҡыҙы килеп инә. Ул да ролен бик оҫта уйнаны. Сценарийҙа ҡыҙҙар, малайҙар булып балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Нәркәс Әбдрәхимова, Аделина Ҡәйепова һәм Нияз Әхмәтшин ҡатнашты. Балалар ағинәйҙәргә ҡушылып түңәрәктә бейенеләр, күмәкләп «Нар-нар-Нардуған, Нардуғанға кил туған» тип төп ҡунаҡты саҡырҙылар. Сара башынан аҙағына тиклем матур шиғырҙар, сәхнәләштереүҙәр, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Ағинәйҙәрҙән Әлимә Ҡәйепова, Фатима Аҡылова, Әҡлимә Лунева балаларға йомаҡтар ҡойҙо. «Ҡапҡаны аса ла, ҡапҡа артына ҡаса» (Ел), «Олой-олой үкерә» (Буран), «Ишектән керер, түргә уҙыр» (Һыуыҡ). Һынамыштар: «Ҡыш ҡар күп булһа, йәй ямғырлы булыр», «Ҡыш бауыры оҙон», «Тәҙрәгә бәҫ ҡунһа, һыуыҡ булыр». Әйтемдәр: «Илаҡ-илаҡ илле ҡолаҡ, малай битен йыумаған, малай күҙен йыумаған», «Ҡыҙҙар-ҡыҙҙар һауалағы йондоҙҙар». Йоланы 30-ҙан ашыу бала һәм тәрбиәселәр ҡараны. Улар һәр һорауға ихлас яуап ҡайтарҙылар. Байрамда балалар баҡсаһының 12 ҡыҙы «Талир тәңкә» бейеүен бейеп күрһәтте. Күмәкләшеп Селлә бабайҙы саҡырҙылар. Өләсәйҙең ноҡото юш килде, көттөрмәй ҙә Селлә бабай килеп инде. Балалар бабайҙы ҡыуанышып ҡаршы алдылар, ҡыҙыҡһынып күҙәттеләр. Селлә бабай ролендә Нурия Миәссәр ҡыҙы Таһирова барыһын да ихлас күңелдән ҡотланы, ауырышмай ғына балалар баҡсаһына йөрөүҙәрен теләне. Селлә бабайҙы ла түңәрәккә саҡырып бейенеләр, Нардуған бейеүе ойошторолдо. Бынан тыш, Нардуған менән Селлә бабай вальста әйләнделәр. Ағинәйҙәрҙең «Батмус» бейеүе бик оҡшаны, «Ал бәйләп ҡулына» йыры ла байрамға йәм өҫтәне: Ал бәйләп ҡулына, Гөл бәйләп ҡулына, Өҙә баҫайыҡ бергә. Сыңлаһын моңло ҡурай тауышы, Ҡушылһын балаларҙың тауышы. Барыһы ла сығыштарҙы йылы ҡабул иттеләр. Селлә бабай «эҫе була башланы» тип, балалар менән хушлашып Нардуған менән сығып киттеләр. Балалар кинәнеп уйнанылар, йырлап-бейенеләр, йоланы ҡыҙыҡһынып ҡаранылар. Айырыуса, ойоштороусыларҙың кейемдәрен оҡшаттылар, тотоп-тотоп ҡаранылар. Өләсәй балаларға бәхет, һаулыҡ теләп, һәр береһенә тәмлекәстәр таратты. Байрам тәмле сәй эсеү менән тамамланды. Киләһе йылдарҙа ла осрашырға һөйләшеп, күтәренке кәйеф менән таралаштыҡ.